Раменскиҙа һуҡыр балалар араһында йәйге спорт төрҙөре буйынса Бөтә Рәсәй спартакиадаһы үтте

Йәш спортсылар спорттың биш төрө – йөҙөү, дзюдо, голбол, шашка һәм шахмат буйынса көс һынашты. Беҙҙең республиканан спартакиадала йөҙөү һәм дзюдо менән шөғөлләнеүсе 10 кеше ҡатнашты. Яҡташтарыбыҙ спартакиадала барлығы 21 миҙал яулаған, уларҙың 16-һы йөөү буйынса. Йәш атлетар бындай кимәл ярышта тәүгә ҡатнашҡан.

Мин дүрт өсөнсө урын яуланым һәм ярышта ҡатнашҡан иң йәш спортсы булараҡ миңә бәләкәй кубок бирҙеләр

Арина Абдрафиҡова, Бөтә Рәсәй спартакиадаһының бронза призеры

Аҙнаһына өс тапҡыр өсәр сәғәт шөғөлләнәбеҙ. Күреү һәләте насар балалар спорты минең өсөн яңы тәжрибә, улар менән бер йыл элек эшләй башлыным. Кескәйҙәрҙең маҡсатҡа ынтылыусан булыуы ҡыуандыра.

Регина Хажина, йөҙөү буйынса тренер
Фото №1 - Раменскиҙа һуҡыр балалар араһында йәйге спорт төрҙөре буйынса Бөтә Рәсәй спартакиадаһы үтте

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ