2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ оло юбилейын ҡаршылаясаҡ

Яңыраҡ байрам сараларын уҙғарыу тураһындағы ҡарарға ил президенты ла ҡул ҡуйғайны. Башҡортостандың баш ҡалаһы үҫешенә федераль үҙәктән ярҙам көтөргәме?

Владимир Путин үҙенең яуап телмәрендә, Өфөнөң Волга буйындағы иң яҡшы ҡала булыуын, Рәсәйҙә ул ислам донъяһы үҙәктәренең береһе булыуын билдәләне. Дәүләт башлығы шулай уҡ юбилейға өҫтәмә финанс сығымдар талап ителгән осраҡта аҡса бүленәсәге тураһында әйтте.

Өфө юғары кимәлдәге халыҡ- ара спорт ярыштары уҙғарыуға ла лайыҡлы. Президентҡа өҫтәмә һорау биреп, хоккей менән дан тотҡан республикала донъя чемпионаты уҙғарыу мөмкинлеге буйынса мөрәжәғәт иттек

Башҡортостандан барлығы дүрт киң мәғлүмәт сараһы вәкиле ҡатнашты. ЯҡташТарыбыҙ билдәләүенсә, күләмле сараның оффлайн форматта үтеүе, Башҡортостан тураһында һорау бирелеүе ҙур уңыш.

Быйыл коронавирусҡа бәйле конференцияға ирекле аккредитация булманы, журналистар һаны сикләнгән. Социаль дистанция һаҡлау, битлектә булыу талап ителде. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә алдан өс тапҡыр пцр тест тапшырырға тура килде.Пандемияға бәйле сараны ойоштороу урыны ла үҙгәртелде. Халыҡ- ара сауҙа үҙәгенән Манеж күргәҙмә залына күсте. Һорау биреп өлгөргән журналистар араһында сит ил журналистары ла булды

Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы теүәл егерме йыл элек ойошторола башлағайны. Ил президенты сара башында ғәҙәттәгесә төп иҡтисади һәм социаль күрһәткестәр менән таныштырҙы. Эске һәм тышҡы сәйәсәткә ҡағылған көнүҙәк темаларҙы күтәрҙе. Һорауҙар күп. федераль киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре билдәләүенсә, бигерәк тә Рәсәй төбәктәре журналистарына ғәҙәттәгесә уңыш йылмая.

Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһы ла дауам итәсәк. Төбәктәргә был йәһәттән ярҙам күрһәтеү планлаштырыла. Ғөмүмән, матбуғат конференцияһында киләһе йылдарға ҡабул ителгән бюджеттың да тәү сиратта социаль йүнәлешле булыуы билдәләнде.

Фото №1 - 2024 йылда Өфө 450 йыллыҡ оло юбилейын ҡаршылаясаҡ

Гөлназ Хәйбуллина

Волна
Акции БСТ