“Халыҡ контроле” рейдтарҙы дауам итә. "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһенең йәмәғәт ойошмаһы ошо көндәрҙә пиротехниканың сифатын тикшерҙе. Башҡортостан Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина әйтеүенсә, контрафакт, сертификатһыҙ пиротехника һатыусылар кәмегән.
Киләһе йылдың ғинуар айында “Халыҡ контроле”контрофакт алкоголде асыҡлау маҡсатында рейдтар үткәрә.







