Эксперттар Владимир Путиндың сығышына баһа бирҙе

Халыҡ-ара бәйләнештәр ҡатмарлы булыуға, эпидемилогик хәл тотороҡһоҙ тороуға ҡарамаҫтан, Владимир Путин ил иҡтисадын нығытыуҙы төп йүнәлеш итеп һайлаған. Иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев Рәсәй Президентының матбуғат конференцияһы тураһында ошондай фекерҙә.

Эксперттар Владимир Путиндың сығышына баһа бирҙе

Владимир Путин – көслө лидер. Ул халыҡ-ара даирәлә мөһим фигура. Был  һөйләшеү барышында ла күренде. Матбуғат конференцияһында Рәсәйҙең сит илдәр менән мөнәсәбәтенә бәйле һорауҙар байтаҡ булды. Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итеү ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Беҙҙең илдең донъяның беренсе иҡтисады булған дәүләт менән тығыҙ элемтәлә тороуы, бигерәк тә, Көнбайышты һәм Европа дәүләттәре берлеген хафаға һала. “Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды”, тигән фекерҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова.

Эксперттар Владимир Путиндың сығышына баһа бирҙе

Владимир Путиндың быйылғы матбуғат конференцияһы иҫәп буйынса 17-сеһе булды. Сара яҡынса 4 сәғәт барҙы, Владимир Путин 55 һорауға яуап бирҙе. Дәүләт башлығы 2001 йылдан журналистар менән осраша.

Фото №1 - Эксперттар Владимир Путиндың сығышына баһа бирҙе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ