Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай эшмәкәрлеген яҡтыртҡан коллегаларыбыҙҙы спикер Константин Толкачев тәбрикләне. “Һеҙ парламент һәм халыҡ араһында күпер булып тораһығыҙ. Халыҡҡа ҡабул ителгән ҡанундар, закон проекттары тураһында мәғлүмәт еткерәһегеҙ, уға аңлатма бирәһегеҙ. Беҙ ҙә мәғлүмәт саралары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ һәм һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡбыҙ”, - тине Ҡоролтай рәйесе. Парламент темаһын иң яҡшы яҡтыртҡан журналистар араһында республика матбуғаты, радио һәм телевидение вәкилдәре бар. Баймаҡ районы “Һаҡмар” газетаһы ла еңеүселәр исемлегендә. Баш мөхәррир Гүзәл Сәлихова-Иҫәнгилдина:
Парламент темаһын иң яҡшы яҡтыртҡан журналистар араһында беҙҙең телерадиокомпания вәкилдәре лә бар. “Юлдаш” радиоһынан яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева - икенсе, Спутник ФМ радиостанцияһынан Дмитрий Лоҡманов өсөнсө урын алды.








