Башҡортостанда кинематография фестивале үтәсәк

1-3 мартта Өфөлә “Башҡортостандың йәш киноһы” фестивале уҙғарыласаҡ. Фестиваль сиктәрендә “Родина” кинотеатрында йәш режиссерҙарҙың ҡыҫҡа метражлы фильмдарын күрһәтеү, «SKEY-FILM» кинокомпанияһы президенты, Рәсәй Кинопродюсерҙар гильдияһы ағзаһы Саркис Шакаряндың продюсерлыҡ буйынса оҫталыҡ дәресе ҡаралған.

Фестиваль республикала өсөнсөгә уҙғарыла, ойоштороусыһы: Башҡортостан Кинематографистар союзы.