Радий Хәбиров Хөкүмәт ағзалары, ҡала-район етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәрҙе

Осрашыуҙа уҙып барған йылдың яҡынса социаль-иҡтисади үҫеш һөҙөмтәләре барланды, киләһе йылға төп бурыстар аталды. Башҡортостан башлығы республика Конституцияһы көнө менән тәбрикләп, коллегаларҙың коронавирус инфекцияһы менән көрәштә уңышлы эшмәкәрлеген билдәләне.

2021 йыл төбәк иҡтисады өсөн тотороҡло булды, айырым тармаҡтар яҡшы үҫеш темптарына өлгәште. Был динамиканы киләһе йылда һаҡлау мөһим тине, Башҡортостан етәксеһе. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар биләмәләрҙең социаль инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен һәм заманса йәмәғәт киңлектәрен формалаштырыу, халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыу кеүек мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Фото №1 - Радий Хәбиров Хөкүмәт ағзалары, ҡала-район етәкселәре ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәрҙе
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ