Рәсәй – Ҡытай сигендә йөҙҙәрсә фура туҡтап ҡалған

Барлыҡҡа килгән сират ковид-19 вирусы сикләүҙәренә бәйле. Меңдән ашыу йөк машинаһы бер нисә аҙна дауамында иң эре «Забайкальск – Маньчжурия» ҡоро юл үткәүеленән артабан ҡуҙғала алмай. Йөк ташыусыларға туҡтап торған һәр көн 50 мең һумға төшә.

Ҡытай үҙенең сиктәрен декабрь башында коронавирус таралыу хәүефенә бәйле япҡан. Һөҙөмтәлә әле йөҙҙәрсә водитель тейешле йөктө барып алып тыуған илдәренә ҡайтыу мөмкинлеген көтөп машиналарында йәшәргә мәжбүр. Эксперттар йөк ташыусыларҙың пандемияға бәйле дөйөм юғалтыуҙарын тиҫтәләрсә миллиард һумдар менән баһалай.

Компаниялар заказ бирелгән продукцияны алып ҡайта алмай аҡсаһын юғалта. Быға бәйле, тауар хаҡы ла арта. Ахыр сиктә, ҡулланыусыларға был тауар өсөн ике һәм өс тапҡыр күберәк түләргә тура килә.

Артур Гәрәев, транспорт компанияһы генераль директоры

Ҡайһы бер йөк машиналары сиратты эргәләге ялан аша йәки ҡаршы һыҙатҡа сығып үтергә тырыша. Мәжбүри туҡталыш водителдәрҙе сығырынан сығара, уларҙың үҙ-ара һуғышҡан саҡтары ла теркәлгән. Таможня хеҙмәткәрҙәре процедураны тиҙләтергә тырышһа ла, Ҡытай Халыҡ Республикаһында сирҙең әленән-әле көсәйеүе сиктәрҙе үтеү ҡағиҙәләрен йәнә ҡатыландырыуы ихтимал.

Фото №1 - Рәсәй – Ҡытай сигендә йөҙҙәрсә фура туҡтап ҡалған

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ