Ҡыйғы районы үҙәгендә боҙ һындары яһау буйынса конкурс уҙҙы

Бәйгелә Силәбе өлкәһе оҫталары ла ҡатнашҡан. Бәйгеселәр алдында бер нисә сәғәт эсендә фигураның композицияһын уйлап, боҙ киҫәгенән сәнғәт әҫәре эшләү талабы торған. Хәҙер гәлсәрҙәй һындар район үҙәгенең төп биҙәгенә әүерелгән. Боҙ сәнғәте тураһында киләһе яҙмала.

Боҙҙан яһалған Аҡбуҙат фигураһы бына-бына осоп китер һымаҡ. Мифик заттың ҡанаттары семәрләнеп, айырым нескәлек менән башҡарылған. Гран-приға лайыҡ булған был эш – Үрге Ҡыйғы ауылы егете Эмиль Хәлиуллиндың хеҙмәт емеше. Боҙҙағы төрлө текстураларҙы ул СССР ҡоросонан яһалған һәм ҡылыс һымаҡ үткерләнгән махсус ҡорал ярҙамында уйған. Секунд эсендә селпәрәмә килерлек боҙҙо семәрләү өсөн юғары оҫталыҡ кәрәк. «Нескә материал менән эшләүе ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та», – ти скульптор.

Майҙандағы алтын балыҡ фигураһын Силәбе өлкәһенән Анатолий Толстов яһаған. Рәссамдың төп хеҙмәте - граффити һәм татуировкалар төшөрөү. Егет боҙ менән тәүгә эш иткән. «Профессиональ ҡоралдарым да булманы, гаражда нимә таптым, шуның менән киҫтем», - ти оҫта.

Үрге Ҡыйғы ауылында беренсегә үткән боҙ һындары конкурсында 6 оҫта ҡатнашып, аҡбуҙат, ҡоштар, мәсет һындарын яһаған. Бәйге талаптары буйынса, 8 сәғәт эсендә ҙур боҙ киҫәгенән фигура эшләп, яҡларға кәрәк. Махсус комиссия тарафынан еңеүсе тип танылған фигура хужаларына аҡсалата бүләк һәм грамоталар тапшырылған.

Ҡыйғы районы үҙәгенең төп биҙәгенә әүерелгән боҙло фигураларға төҫлө иллюминация лампалары ҙа үткәрелде. Үрге Ҡыйғы ауыл советы конкурсты киләһе йылдарҙа ла дауам итергә теләй.

Фото №1 - Ҡыйғы районы үҙәгендә боҙ һындары яһау буйынса конкурс уҙҙы

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ