Байрам алдынан республиканың баш ҡалаһы төрлө сағыу уттарҙа балҡый. Өфө урамдарын ҡала хакимиәте биҙәһә, юғары уҡыу йорттары Яңы йыл кәйефен үҙаллы булдыра.
Өфө дәүләт авиация техник университеты йылдағыса байрамса биҙәлгән. Быйыл юғары уҡыу йорто иң яҡшы иллюминациялар конкурсында ҡатнаша. Бының өсөн уҡыу корпустары, биләмәлә үҫкән шыршылар гирляндалар менән биҙәлә. Әле уҡыу йорто иң яҡшы иллюминациялар бәйгеһенең район этабын еңеп, финалға әҙерләнә.
Әлфинә Килдейәрова







