Өфө районында йәшәүсе үҙенсәлекле балалар өсөн Яңы йыл тамашаһы күрһәтелде

Өр-яңы спектаклде Алексеевка ауылы Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре сәхнәләштергән. Хәйриә тамашаһында район хакимиәте вәкилдәре лә ҡатнашты. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Барыһы ла балалар өсөн. Алексеевка ауылының Мәҙәниәт йорто «Фьеки бум йәки яңы йыл фиестаһы» спектаклен сәхнәләштерә. Тамашала артистар, йыр-бейеү түңәрәктәре тәрбиәләнеүселәре ҡатнаша. Һигеҙ тиҫтә бала,10 персонаж сәхнәнән яңы йыл кәйефе өләшә.

Был юлы «Фьеки бум йәки яңы йыл фиестаһы» спектакле Өфө районында йәшәүсе талантлы һәм һаулыҡ мөмкинлектре сикләнгән балалар өсөн ҡуйылды. Музыкаль әкиәт хореография һәм вокал менән оҙатылып бара. Сценарий авторы – Светлана Дәүләтбаева спектаклдә «Алиса мөғжизәләр илендә» әкиәтендәге королева ролен башҡара.

10 йыл дауамында беҙ мюзиклдар сәхнәләштерәбеҙ. Был спектаклдәргә бар Өфө районы тамашасылары йыйыла. Бөгөн хәйриә тамашаһын ҡуйырға булдыҡ.

Светлана Дәүләтбаева, Алексеевка мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе

Хәйриә спектакленә 100-гә яҡын бала саҡырылған. Улар төрлө өлкәләрҙә ҡаҙаныш яулаған үҫмерҙәр, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе һәм инвалид балалар. Яңы йыл адынан уларға Өфө районы хакимиәтенән бүләктәр тапшырылды.

Урындағы мәҙәниәт йорто менән үҙенсәлекле балалар өсөн яңы йыл программаһын сентябрҙән әҙерләй башлағайныҡ. Уларға ныҡ оҡшаны. Ғөмүмән әйткәндә, үҙенсәлекле балалар менән эш мөҙөниәт йорто сиктәрендә генә тамамланмай. 13 декабрҙән һуң «Ҡышҡы әкиәт» акцияһы бара.

Люцина Ризуанова, Өфө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары

Коронавирус талаптарына ярашлы, бар балаларҙы ла бер урынға йыйып булмай. Шуға күрә тамашаға килә алмағандар өсөн артистар һәм ирекмәндәр үҙҙәре өйҙәренә барасаҡ. Йәмғеһе, Алексеевка ауылында йәшәүсе 500 балаға Ҡыш бабай бүләктәре тапшырыласаҡ.

Фото №1 - Өфө районында йәшәүсе үҙенсәлекле балалар өсөн Яңы йыл тамашаһы күрһәтелде
Выборы 2026

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ