Ил башлығы Владимир Путин дәүләт советы ултырышында шулай тип белдерҙе. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Владимир Путин заманса университет кампустары төҙөлөшөнә айырым туҡталды. Алдағы ун йылда кәмендә 25 университет кампусы төҙөлә. Уларҙа белем алыу һәм тикшеренеүҙәр өсөн бөтә шарттар булырға тейеш, тине Президент. Башҡортостанда донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге булдырылды, Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация-техник университеттары нигеҙендә Өфө фән һәм технологиялар университетын булдырыу буйынса эш алып барыла, шулай уҡ заманса ВУЗ-ара студенттар кампусы төҙөлә.




