Радий Хәбиров Өфөнән 15 йәшлек үҫмерҙең теләген тормошҡа ашырҙы

Яңы йыл мөғжизәһе. «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына поезд йөрөтөп ҡарағым килә тип хат ебәргән Данил Ларуковтың хыялы тормошҡа ашты. Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөнән 15 йәшлек үҫмерҙең теләге республика башлығына эләккәйне. Радий Хәбиров бөгөн Данил Ларуковты «Орлан» дизель поезына сәфәргә саҡырҙы. Йәш машинистың тәьҫораттары хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Өфөнән 15 йәшлек Данил Ларуковтың бөгөнгө иртәһе тимер юл вокзалында башлана. Үҫмер Республика башлығы саҡырған сәфәргә ата-әсәһе һәм кесе туғандары менән килгән. Данил ишле ғаиләлә тәрбиәләнә, уның ике һеңлеһе һәм бер ҡустыһы бар.

Ларуковтар ғаиләһе «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашҡан Данилдың хыялы тормошҡа ашыуына ышанып етмәй. Әммә был хат үтәлеү генә түгел, шәхсән республика башлығының ҡулына эләгә. Һәм бөгөн үҫмер «Орлан» поезы машинисы кабинаһында.

Тимер юлсылар үҫмерҙе поезд йөрөтөү серҙәре менән таныштырып ҡына ҡалманы, заман транспортының өҫтөнлөктәре хаҡында ла һөйләне. Хәҙерге вагондарҙа пассажирҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған. Хатта, китапхана, уйын, сәй эсеү урындарына тиклем бар.

Һигеҙ ай эсендә «Орлан» поезында 80 меңгә яҡын кеше йөрөгән, маршрут Ырымбурға тиклем оҙайтылғас пассажирҙар һаны ҡырҡа артҡан. Киләһе йыл һанды 150 меңгә тиклем еткереү бурысы тора. Тимер юл компанияһы Ларуковтар ғаиләһенә лә Ырымбурға бушлай барып ҡайтыу өсөн сертификаттар бүләк итте.

Республика башлығы ла ғаилә ағзаларын бүләктәр менән һөйөндөрҙө. Ә иң мөһиме – Данилдың күптәнге хыялы тормошҡа ашыуы, ти әсәһе. Сөнки аутизм диагнозы ҡуйылған үҫмер өсөн ыңғай тәьҫораттар бик мөһим.

Республика башлығы белдереүенсә, «Теләктәр шыршыһы» изге һәм кәрәкле акция. Ул мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иғтибар бүлергә, уларҙың хыялдарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Ә Яңы йыл алдынан теләктәрҙең тормошҡа ашыуы айырыуса мөһим. Сөнки йыл менән йыл алышынғанда һәр кем мөғжизә көтә.

Фото №1 - Радий Хәбиров Өфөнән 15 йәшлек үҫмерҙең теләген тормошҡа ашырҙы

Рәмзиә Кәримова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ