Яңы йыл каникулдарынан һуң Өфөлә яңы, заманса мәғариф учреждениеһы ишектәрен аса

Бөгөн белем усағының мөмкинлектәре менән республика башлығы ла танышты.

Баш ҡаланың тарихи белем усағына нигеҙ һалыныуға быйыл 100 йыл тула. Өфөнөң тарихи үҙәгендә урынлашҡан лицей авария хәлендә була. Әммә 2020 йылда Башҡортостан башлығының эш сәфәренән һуң объектта реконструкция башларға хәл ителә.

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бина адреслы инвестиция программаһына индерелә. Әле бында төҙөкләндереү тамамланған, мәғариф учреждениеһын танырлыҡ та түгел. Кабинеттар ремонтланған, заманса технологиялар менән йыһазландырылған.

Лицей техник йүнәлеш буйынса махсуслашҡан, әммә бында поляк йәкшәмбе мәктәбе лә эшләй. Республика башлығы лицейҙа стоматология кабинетын асыу бурысын да ҡуйҙы.

Башҡортостан башлығы бөгөн Өфөләге Республика махсуслашҡан сабыйҙар йортонда ла булды. Был учреждение етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған сабыйҙарға һауыҡтырыу һәм реабилитация ярҙамы күрһәтә. Бинала кескәйҙәр өсөн тулы шарттар тыуҙырылған, бигерәк тә дауалауға етди иғтибар бирелә. Сөнки физик мөмкинлеге сикләнгән балалар байтаҡ.

Сабыйҙар йорто хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, сит илдә дауалау тәжрибәһе лә ҡулланыла. Мәҫәлән, күптән түгел тәрбиәләнеүселәрҙең береһе Израиль клиникаһында медицина ярҙамы алған.

Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан Израилдең Роман Барак клиникаһы менән хеҙмәттәшлек килешеүе төҙөгән, уны тулы кимәлендә файҙаланыу шарт. Әле Өфөләге сабыйҙар йортонда балалар һаны йөҙгә яҡын, уларҙың 13-е тиҙҙән ғаиләләргә оҙатыла.

Фото №1 - Яңы йыл каникулдарынан һуң Өфөлә яңы, заманса мәғариф учреждениеһы ишектәрен аса

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ