Социалистик Хеҙмәт геройы Ринат Йосоповтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнап төбәк халҡы ярҙамында бюст асылды. Тантана шәхестең тыуған ауылы Рапатта үтте. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Саҡмағош районының Рапат ауылы күптәргә билдәле йырсы Илфаҡ Смаҡовтың тыуған төйәге булараҡ таныш. Данлы йырсының арҙаҡлы ауылдаштары араһында Ринат Йосопов та бар. Ул заманында ялан батыры булараҡ хөрмәт ҡаҙана.
Шуға ла Ринат Йосоповҡа бюст асыу тантанаһы тотош ауыл халҡын йыйҙы. Ринат Шәйхулла улы бар ғүмерен төбәктең Карл Маркс исемендәге колхозына арнаған.
Ринат Йосоповтың фиҙаҡәр хеҙмәте ике тапҡыр Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. Бөтә Союз социалистик ярышында өлгәшкән ҡаҙаныштары, социалистик йөкләмәләрҙе арттырып үтәүҙә күрһәткән уңыштары СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы нигеҙендә 1976 йылда Социалистик Хеҙмәт геройы тигән маҡтаулы исем менән баһалана.
Бөгөн Ринат Шәйхулла улының эшен дауам итеүселәре булһа ла, кимәленә етеүсе юҡ. Шулай ҙа саҡмағоштар республикала ауыл хужалығы тармағында гел беренсе килә
Азат Ғәлиуллин







