Уның маҡсаты – илдәге классик китапханалаларҙы заманса һәм юғары технологиялы белем үҙәгенә әйләндереү. Башҡортостанда туғыҙ яңы быуын моделле китапхана бар. Унынсыһы Ҡыйғы районының Түбәнге Ҡыйғы ауылында асылды.
Яңыртылған китап фонды, интерактив һәм компьютер техникаһы - заманса мөмкинлектәр менән Түбәнге Ҡыйғы ауылы китапханаһы йыһазландырылды. Заманса техника ярҙамында ауыл халҡы виртуаль осрашыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрә аласаҡ.
Заманса китапханала төрлө йәштәге вәкилдәр өсөн бөтә мөмкинлектәр булдырылған. Ағинәйҙәр ҡул эштәре менән шөғөлләнһә, кескәйҙәр «Үҫеш» зонаһында күңелле һәм файҙалы ваҡыт үткәрә ала. Балалар локацияһында уҡыу, уйын залдары, ижади оҫтахана бар. Унан башҡа, бында интерактив өҫтәл, хатта ҡомлоҡ та урынлашасаҡ.
Проект сиктәрендә китапхана фонды 1361 китапҡа байытылды. Кәштәләргә энциклопедиялар, һүҙлектәр, Рәсәй һәм сит илдәре классиктары баҫмалары ҡуйылды. Бында ҡунаҡтар әҙәби һәм фәнни китаптар менән Милли йәки «ЛитРес» электрон китапханаларында бушлай таныша ала.
Түбәнге Ҡыйғы ауыл китапханаһы «Мәҙәни мөхит» федераль һәм «Мәҙәниәт» милли проекттары сиктәрендә модернизацияланды. Төҙөкләндерү эштәренә Рәсәй һәм төбәк бюджеттарынан 7 миллиондан ашыу аҡса бүленгән. Һуңғы ике йылда күп функциялы китапханалар Благовар, Күгәрсен, Учалы һәм башҡа райондарҙа булдырылған.
Заманса китапхана Түбәнге Ҡыйғы ауылында йәшәүселәр өсөн Яңы йыл бүләге булды. Төҙөкләндерелгән ауыл китапханаһы интеллектуаль ял үҙәгенә әүерелергә тейеш.




