Һәләтле балаларға Яңы йыл бүләге

Өфөлә Шыршы байрамдары үтә. Баш ҡала хакимиәте ҡарары менән санитар-эпидемиология талаптарын иҫәпкә алып тантаналар һәр районда саф һауала, йәғни боҙ ҡаласыҡтарында уҙғарылырға тейеш.

Ошонда уҡ республика башлығының бүләктәре таратыла. Байрамға килә алмаусыларға күстәнәстәр өйгә алып барып тапшырыла. БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин репортажы.

Йомшаҡ уйынсыҡ, бер муҡса тәмлекәс һәм әкиәттәр китабы. Өфөнөң Ленин районы балалары Башҡортостан башлығының Яңы йыл бүләктәрен алып ҡыуанды. Башланғыста улар өсөн шыршы байрамын Затон биҫтәһендәге «Тулҡын» паркында уҙғарыу ҡаралғайны. Әммә пландар һәм санитар талаптарға һауа торошо төҙәтмәләр индерҙе.

Өфөнөң 2-се башҡорт лицейы уҡыусыһы Ильяс Йәнбәков тасуири шиғыр һөйләү буйынса төбәк-ара конкурста еңеү яулап, Шыршы байрамында ҡатнашыу хоҡуғын алған. Юлбарыҫ йылында малай, тағы ла яҡшыраҡ өлгәшергә теләй. Ҡыш бабайҙан һорағаны – яҡындарына именлек.

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында Өфөнөң Ленин районы балаларын Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тәбрикләне. Яңы йыл тамашаһына район һәм республика кимәлендәге төрлө олимпиада еңеүселәре, уҡыу алдынғылары саҡырылды.

Октябрь районында иһә, сатлама һыуыҡтарға ҡарамаҫтан ковид сикләүҙәренә өҫтөнлөк бирҙеләр. Һәләтле балалар өсөн шыршы байрамы алдан билдәләнгәнсә, «Ҡашҡаҙан» ял һәм күңел асыу паркы сәхнәһендә ойошторлдо.

Балалар дәртле бейеү көйҙәренә йылынды. Саф һауала ихлас аралашыу уҡыу һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан балаларға онотолмаҫ тәьҫораттар бүләк итте.

Ошонда уҡ Башҡортостан башлығының байрам күстәнәстәре таратылды. Бүләктәрҙе байрам майҙанында алыу мөмкинлеге булмаған уҡыусыларҙы белем усағында йәки өйөнә барып тәбрикләү ҡаралған.

Фото №1 - Һәләтле балаларға Яңы йыл бүләге

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ