Өфөлә бәләкәй геройҙар бүләкләнде

«Йәш гвардия» ойошмаһы тарафынан «Йәш быуын геройҙары» форумы уҙғарылды. Батыр балалар һәм үҫмерҙәр менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Дүрт малайға ихатала ғына уйнау тар булғас, баҡса артына йүгерәләр. Ҡар ирей башлап, йылғаларҙа боҙ киткән мәл. Бер яңылыш аҙым һәм малайҙарҙың береһе һыу аҫтына китә, уны ҡотҡарам тип бер туғаны ла йылғаға һикерә. Ләкин икеһе лә соҡорға эләгә. Үҙе йөҙә белмәһә лә, Айнур таяҡ табып дуҫтарын сығара ала. Батырлыҡ күрһәткәне өсөн ул «Йәш герой» миҙалы менән бүләкләнә.

Ә бына Күгәрсен районында йәшәүсе икенсе Айнур йәй дауамында ирекмән булараҡ тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә ярҙам итә. Йылайыр районында үткән «Аҫылташ» форумында ҡатнашҡан мәлендә республиканың көньяҡ райондарын ут ялмап ала. Дуҫтарын йыйып ул ирекмәндәр сафына баҫа. Йәйгеһен арҡаһына ранец йөкмәп, төтөн эсендә йөрөгәненә ул бер ҙә үкенмәй.

Һыуыҡ һыуға сумырға йәки дөрләп янған йортҡа инергә... Барыһы ла кеше ғүмерен ҡотҡарыу өсөн. Улар бәләгә тарыусылар эргәһенән үтеп кенә китә алмаған. Йыл һайын үткәрелгән «Йәш быуын геройҙар» форумында 30 кеше бүләкләнде.

Быйыл яңы номинациялар ҙа барлыҡҡа килде. Тәбиғәт янғындарын һүндереүҙә ярҙам иткәндәре өсөн дә бүләкләнеләр. Беҙҙең ҡарамаҡҡа был номинация бик мөһим. Шулай уҡ беренсе ярҙам күрһәтеп, кеше ғүмерен ҡотҡарыусыларҙы ла тәбрикләйбеҙ.

Юлиә Рибенчук, Йәш гвардия» ойошмаһының проекттар офисы етәксеһе

Бүләкләү сараһында ҡатнашыусылар «Геройҙар беҙҙең арала» фильмын ҡараны. Ҡурҡыу белмәй, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып батырлыҡ күрһәтеүселәр тиҫтерҙәре өсөн генә түгел, өлкән йәштәгеләргә лә оло ғорурлыҡ.

Фото №1 - Өфөлә бәләкәй геройҙар бүләкләнде

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ