Был көн дәүләт башлығы Владимир Путин Указы буйынса 1995 йылда булдырыла. . Датаны һайлау осраҡлы түгел,1990 йылдың 27 декабрендә РСФСР Министрҙар советы Ҡотҡарыусылар корпусын ойоштороу тураһындағы ҡарар ҡабул итә. Ҡотҡарыусылар һәр көн тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙа иң алғы һыҙыҡта тора. Бөгөн Башҡортостанда Ҡотҡарыусылар көнөнә арналған саралар уҙа. Ул хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булыусылар иҫтәлегенә стелаға сәскәләр һалыуҙан башлана.







