Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсында беренсе урын яулап, биш миллион һумлыҡ сертификат алғайны. Был аҡсаға ауылда спорт-һауыҡтырыу һәм мәҙәниәт комплексы төҙөлдө. Балалар өсөн уйын, хоккей, баскетбол, волейбол, футбол майҙансыҡтары эшләнде, ти ауылдың ойоштороу комитеты рәйесе Рәүилә Хәсәнова.







