Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте быйыл да милли мәҙәниәтте үҫтереү һәм туған телде һаҡлау йүнәлешендә күп эш башҡарҙы. Шулай тип белдерҙе беҙҙең радиоға биргән интервьюһында ойошма рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.Бөгөн Өфөлә милли-мәҙәни үҙәк етәкселәренең кәңәшмәһе үтә. Гөлнур Ҡолһарина унда йыл йомғаҡтарына арналған доклад менән сығыш яһай.







