Рәсәй Президентына һорау биргән журналист хоккейға саҡырылды

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина Мәскәүҙә үткән матбуғат конференцияһында ҡатнашты. Ул Владимир Путиндан Өфөлә Бөтә донъя чемпионатын уҙғарыу мөмкинлеге тураһында һораны.

Рәсәй Президенты Башҡортостандың ҙур күләмдәге спорт сараһын уҙғарырҙай төбәк булыуын һәм Салауат Юлаев хоккей командаһының уңышын маҡтап телгә алды. Владимир Путиндың республикаға ҡарата иғтибары хоккей көйәрмәндәрен битараф ҡалдырманы. Гөлназ Хәйбуллина «Салауат Юлаев»тың сираттағы боҙ өҫтөндәге осрашыуына ике туған ҡустыһы Илдар Сөләймәнов менән килде. Ул – Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Орлан» хоккей командаһының иң яҡшы уйынсыһы.

Фото №1 - Рәсәй Президентына һорау биргән журналист хоккейға саҡырылды

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ