Хөкүмәт йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары тәбрикләнде

Сираттағы конкурсҡа 13 эш тәҡдим ителгәйне, баһалау комиссияһы тарафынан өс еңеүсе билдәләнә. Юғары награда Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт академия драма театры артисы Азат Вәлитовҡа, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Айбулат Баһауетдиновҡа һәм Рәсәйҙең яҙыусылар союзы ағзаһы Александр Хватковҡа тапшырылды.

Абруйлы награда 1995 йылдан алып тапшырыла. Быйылғы лауреаттарға 150-әр мең һумлыҡ премия ҡаралған. Сара сиктәрендә бүләкләнеүселәр күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың ижадынан да айырылғыһыҙ булыуын билдәләне, илһамландырыусы, яңы үрҙәргә ҡанатландырыусы көскә эйә.

Фото №1 - Хөкүмәт йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары тәбрикләнде

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ