Башҡортостандан 4 педагог Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресенән еңеү яулап ҡайтты

Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостандан 4 педагог, исемдәре «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы аша яҡшы билдәле, һәр береһенең эш тәжрибәһе 2 тиҫтә йылдан ашыу. Яҡташтарыбыҙ конкурста ла жюри ағзаларын үҙенсәлекле уҡытыу методикалары менән әсир итә.

Мәҫәлән, Муса Гәрәев исемендәге Өфө дөйөм белем биреү мәктәп-интернаты уыҡтыусыһы Фәнилә Фәтхетдинова хәрби этикетҡа һәм уставҡа таянып яҙылған уҡыу әсбабы тәҡдим итә, конкурста уны илдең башҡа төбәктәренә таратыу тәҡдиме лә индерелә. Ишембайҙың 14-се мәктәбенән Венера Әйүпова коммуникатив, ә Өфө районы Дорогин мәктәбенән Таңсулпан Сәфетдинова этнопедагогика нигеҙләгән уҡытыу методикалары менән сығыш яһай.

Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресе 2007 йылдан ойошторолоп килә. Башҡортостан уҡытыусылары йыл һайын был конкурста лайыҡлы сығыш яһай. Быйыл иһә һөҙөмтәләр бигерәк тә юғары. Белгестәр фекеренсә, еңеү республикала милли телдәрҙе уҡытыуға даими иғтибар бирелеүе, дәүләт кимәлендә эҙмә-эҙлекле эш алып барылыуы менән бәйле.

Фото №1 - Башҡортостандан 4 педагог Бөтә Рәсәй туған тел уҡытыусыларының оҫталыҡ дәресенән еңеү яулап ҡайтты

Рәмзиә Кәримова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ