Был турала Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры артистары менән осрашыуҙа белдерҙе. Республика етәксеһе коллектив вәкилдәренә юғары профессиональ оҫталыҡтары өсөн рәхмәт еткерҙе, сәләмәтлек һәм уңыштар теләне. Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостан халҡына алда торған байрам каникулдарын яҡшы мәҙәни программа менән үткәрергә мөмкин тип билдәләне.
Бөгөн театрҙың төп труппаһы Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжын тамамлаусылар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бер нисә көн элек төбәк башлығы уҡыу йорто майҙансығында мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашты. Радий Хәбироов мәҙәниәт министрлығына театр коллективтарына грант ярҙамы бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты.
Илдар Байбулатов




