Республика халыҡ ижады үҙәге йыл йомғаҡтарын барлай

Бөгөн Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейем оҫталары конкурсы һәм «Шәжәрә» Бөтә Рәсәй мәҙәни-ағартыу проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусылар бүләкләнде. Ойоштороусылар менән бергә киң мәғлүмәт саралары ла тәбрикләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тамға» конкурсы финалында 36 эш ҡаралды. Быйыл Гран-при билдәләнмәне. Ә биш төр номинацияла беренсе урын яулаусыларға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Яҡын арала ижади эштәр нигеҙендә айырым каталог төҙөү күҙаллана.

Фото №1 - Республика халыҡ ижады үҙәге йыл йомғаҡтарын барлай

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ