Ал да нур сәс халҡыңа. Республика ижадсыларына Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы тапшырылды. Абруйлы дәүләт бүләгенә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы Азат Вәлитов, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Айбулат Баһауетдинов һәм яҙыусы Александр Хватков лайыҡ булды. Бөйөк шағир исемен йөрәткән премия менән бүләкләнеү ҙур ғорурлыҡ, ти лауреаттар.
Быйыл конкурсҡа 13 эш тәҡдим ителгән. Баһалама комиссияһына еңеүселәрҙе билдәләү ауыр булды, ти Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Шәйехзада Бабич премияһы 1995 йылдан алып тапшырыла. Быйылғы лауреаттарҙың һәр береһе 150 мең һум аҡса ала.







