Рәсәй тимер юлдары Башҡортостанға 2,5 млрд һум бүләсәк

Был хаҡта Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының сираттағы ултырышында Куйбышев тимер юлының Башҡортостан идаралығының баш инженер урынбаҫары Ринат Фазлыев хәбәр итте.

Был суммаға 117.4 километр тимер юл, 54 хәрәҡәт бороусы тел комплекты, 6 станция ара бәйләнеш селтәре төҙөкләндереләсәк.

Үткән йылды Республикабыҙҙың тимер юл инфраструктураһына 1.7 млрд һум бүленгән ине, был аҡсаға 78,6 км. юл ремонтланды.