11 йәшлек малай “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашып, хатында Яңы йылға бүләккә велосипед һораны. Республика Башлығы хәйриә акцияһына барышында Евгений Будановтың теләге яҙылған уйынсыҡты һайланы. Бөгөн Шишмә районы хакимиәте башлығы тантаналы шарттарҙа егеткә бүләкте тапшырҙы. Район газетаһының бүлек етәксеһе Дилбәр Хәмитова һөйләй.







