2022 йылда Саҡмағошта яңы дауахана асыла

Районға эш сәфәре барышында «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса төҙөлгән медицина учреждениеһы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та яҡындан танышты. Поликлиника төҙөлөшөнә яҡынса 400 миллион һум аҡса тотонолған.

Функциональ диагностика табибы Лариса Байбаҡова яңы эш урыны менән таныштыра. Бүлмә иркен, яҡты. Заманса Узи аппараты ҡуйылған. Поликлиника эшләй башлау менән диагноздарҙы теүәлерәк ҡуйырға мөмкинлек буласаҡ тип шатлана тәжрибәле табип.

Иҫке Ҡалмаш ауылы егете Вадим Вәлиев яңыраҡ ҡына Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған. Хирург һөнәрен үҙлештергән, яман шеште дауалау буйынса белемен камиллаштырған. «Ауыл табибы» программаһы нигеҙендә тыуған төйәгенә эшкә ҡайтҡан.

Башҡортостан башлығы табип бүлмәләрен, операция блогын, рентгенология бүлеген ҡарап сыҡты. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы тулыһынса заманса дауалау һәм диагностикалау ҡорамалдары менән йыһазландырылған.Поликлиниканың шулай уҡ үҙ лабораторияһы, эндоскопия бүлеге буласаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы һәм балалар өсөн айырым бүлек эшләйәсәк.

Поликлиниканың иҫке һәм яңы бинаһы йылы коридор менән тоташтырылған. Лифт һәм аҙ мобилле граждандарҙы хеҙмәтләндереү өсөн махсус күтәргестәр ҡуйылған. Башҡортостан башлығы поликлиниканы ентекләп ҡарап сыҡҡандан һуң, пациенттарға йүнәлеш биреү өсөн мәғлүмәт стендтары һәм билдәләргә айырым иғтибар бүлергә ҡушты.

Саҡмағош районы халҡы яңы поликлиниканы 1999 йылдан бирле көтә. Оҙаҡҡа һуҙылған мәсьәлә, ниһайәт, хәл ителә тине Башҡортостан башлығы сәфәрен йоҡмғаҡлап.

Поликликлиника тулыһынса әҙерлек һыҙығында булыуға ҡарамаҫтан, табиптар әле унда халыҡты ҡабул итә алмай.Медицина учреждениеһын сафҡа индереү өсөн лицензия талап ителә.Табиптар ҡағыҙ эше март айына тиклем тамамланыр тип күҙаллай.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел селтәрен камиллаштырыу программаһы һәм «Сәләмәтлек» милли проекты буйынса Саҡмағош ауылындағы яңы поликлиниканан тыш, Бөрөлә балалар һәм ололар өсөн яңы поликлиника, Туймазы районы Иҫке Туймазы һәм Илеш районы Дөмәй ауылдарында табип амбулаториялары төҙөлә. Бынан тыш, 73 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡорола.

Фото №1 - 2022 йылда Саҡмағошта яңы дауахана асыла

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ