Яңы йыл алдынан республиканың төп телеканалында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»

Асыҡ академияның сираттағы телевизион сығарылышы етеп килгән байрамға бағышланды. 3 сәғәт дауамында тура эфирҙа ир-егеттәр аш-һыу бешерҙе, республика ҡатын-ҡыҙҙарына Яңы йыл теләктәрен еткерҙе. Радий Хәбировтан печенье бешереү серҙәре, Григорий Паниндан үҙенсәлекле турама рецебы. Проект авторҙары тағы нимә менән тамашасыларҙы ҡыҙыһындырҙы? БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

«Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» асыҡ академияһында «Үҙгәреү» проекты йолаға әйләнгән. Был эфир геройҙары – Элина һәм Ләйсән. Икеһе лә ауыр яҙмышлы. Ләйсән Ҡолғаринаның тормош иптәше эскелеккә бирелә, 17 йыл бергә томош көткәндән һуң, иренең ығы-зығы ҡуптарыуына түҙә алмай «Ғаилә» ресурс үҙәгенә мөрәжәғәт итә. Эфир ваҡытында уларҙың тышҡы ҡиәфәттәрен үҙгәрәтеп кенә ҡалманылар, көндәлек эш араһында үҙеңә лә ваҡыт бүлергә кәрәклеге тураһында һөйләйҙәр.

Һәр студия ҡунағы бүләккә алып килгән уйынсыҡ менән шыршыны биҙәне. Алтынсы тапҡыр ойошторолған телемарафон Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа күрһәтелде. Етеп килгән Яңы йыл айҡанлы әҙерләнгән сараға спортсылар, табиптар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа билдәле шәхестәр саҡырылған.

«Салауат Юлаев» хоккей клубы капитаны Григорий Панин байрам өҫтәленә әҙерләйәсәк турама рецебы менән бүлеште. Ә бына табип-диетолог Регина Доктор яңы йыл кисендә артығын ашамау өсөн уйындар үткәрергә, күберәк аралашырға кәңәш итте. Шул уҡ ваҡытта йондоҙҙар юлбарыҫ йылын яҡындар менән генә ҡаршыларға тәҡдим иткәне тураһында астролог һөйләне.

Проект авторы Каринэ Хәбирова һөнәре буйынса табип-ортодонт. Телевизор ҡараусыларға ул гигиена ҡағиҙәләре менән таныштырып, тештәрҙе дөрөҫ таҙалау буйынса кәңәштәр бирҙе. Каринэ Владимировна декрет ялында ла медицина яңылыҡтарын күҙәтеп барыуы тураһында хәбәр итте.

Төрлө мәҡәләләр уҡырға, лекциялар тыңларға тырышам. Медицина тиҙ үҫешә. Әлбиттә, ниндәйҙер механик оҫталыҡты онотоп булмай, ләкин фәнни нигеҙ һәр саҡ яңырып, үҙгәреп тора.

Каринэ Хәбирова, «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» проекты авторы

Был юлы ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм республика халҡын етеп килгән байрам менән Радий Хәбиров та ҡотланы. Республика етәксеһенең бешерегә яратҡаны сер түгел. Студия ҡунағы имбирь печеньеһы рецебы менән уртаҡлашты. «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» тәүҙә республика район-ҡалалаларында үткәрелә башлай, ләкин проектты телевизон форматта ла үткәреү уңышлы тип табыла. Киләһе йыл иһә сараны Бөтә Рәсәй кимәленә сығарыу күҙаллана.

Фото №1 - Яңы йыл алдынан республиканың төп телеканалында «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе»

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ