Алтын юбилярҙар. Баймаҡта ярты быуат татыу ғүмер иткән парҙарҙы тәбрикләнеләр. 50 йыл бергә йәшәгән БЮТ каналының иждаи төркөмө осрашты.
Ғаилә усағын һүндермәй һаҡлау – бер-береңде хөрмәт итеүҙән башлана. Шәйхетдин менән Миңнисара Насыровтар – ҡаланың өлгөлө парҙарының береһе. Ғаилә башлығы Түбә руднигында, ә ҡатыны балалар баҡсаһында эшләй. Биш балаға улар яҡшы тәрбиә бирә.
Рәсүл менән Маһикамал Сәлиховтар ҙа йәшлектәге үҙ-ара мөхәббәт тойғоларына тоғро ҡала. Тормош күп һынауҙар ҡуя, әммә улар бергәләп еңеп сыға. Бөгөн Сәлиховтар – хөрмәтле ҡайны менән ҡәйнә, ете ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле ҡартатай менән өләсәй. Улар һәр кемгә шатлыҡ өләшә.
Йәмғиәттә ғаилә ролен күтәреү маҡсатында оҙаҡ йылдар ғүмер кисереүсе парҙарҙы тәбрикләү матур йолаға әүерелгән. Ошо уңайҙан быйыл ҡалала тиҫтәнән ашыу ғаилә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау сәләме алды.
Ярты быуат мөхәбәттә һәм татыулыҡта ғүмер кисереүсе парҙар тик һоҡланыу тойғоһо уята. Алтын юбилярҙар өсөн һөйөү менән тоғролоҡ ғаилә тормошонда иң мөһим урын ала. Никахҡа инеүсе йәштәр өсөн улар үрнәк булып тора.
Әлфиә Хәмитова







