Бөгөн сараға Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ҡушылды. Ул Баймаҡ, Өфө һәм Илеш районы балаларының хыялын тормошҡа ашырасаҡ. Хаттарҙың береһен Динислам Куликов яҙған. Ул Ҡыш бабайҙан смартфон һораған, Диана Ғәзизова ла заманса гаджет тураһында хыяллана. Ә бына Азамат Дәүләтов самокатта йөрөргә теләй. Ихлас теләктән балаларҙың шәхси Ҡыш бабайы булырға әҙермен, тине Премьер-министр.
«Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһы етем, мөмкинлеге сикләнгән һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙың Яңы йыл хыялдарын тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.
Мәрхәмәтлек акцияһына Хөкүмәт ағзалары, депутаттар һәм министрлыҡ-ведомство етәкселәре лә әүҙем ҡушылды. Мәҫәлән, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Артур Әбдрәшитовты ҡыуандырға ниәтләй. 5 йәшлек малайға ҡом ярҙамында картиналар төшөрөү өҫтәле бүләк ителәсәк.







