Башҡортостандың Иглин районында боҙ ҡаласығы асылды. Нанотехнологияларға таянып ҡоролған балалар боҙ майҙансығында БЮТ каналының хәбәрселәре лә булды.
Елена Иглина исемендәге ял паркында боҙ ҡаласығын асыу тантанаһында Рәсәйҙә иғлан ителгән фән һәм техника йылына йомғаҡ яһалды. Сараны Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова асып балаларға республика башлығының ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.
Байрамда райондың иң яҡшы боҙ ҡаласығы конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса беренсе урынды ике ауыл биләмәһе – Охлебинин һәм Аҡбирҙеләр бүлеште. Еңеүселәргә маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата приз тапшырылды.
Байрам барышында балалар Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән бергәләп шыршы тирәләй түңәрәктә әйләнде, байрамдың төп биҙәге шыршыға арнап йырҙар башҡарҙы.
Яңы йылға арналған байрамда «Нано Ҡыш бабай дуҫтарын йыя» конкурс-фестиваленә йомғаҡ яһалды. Күңелле Яңы йыл сараһында ҡатнашыусы балалар мул күстәнәстәр менән һыйланып, тотош йылға етәрлек ыңғай тәъҫораттар алды.
Гүзәл Борханова







