Иглин районында автобусы аварияға тарыған

Ике кеше тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған. Ғәҙәттән тыш хәл Иглин – Красный Восход юлында теркәлгән. «Peugeot» автобусы ҡаршыға килеүсе «Datsun» менән бәрелешкән.

Авария һөҙөмтәһендә автомобилдең 30 йәшлек водителе һәм автобустың 31 йәшлек пассажиры зыян күргән. Юл хәрәкәте хәүефһеҙле дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, автобус «Өфө – Таутөмән» маршурты буйынса китеп барған булған. Уның салонында өс пассажир ултырған. Әле фажиғә сәбәптәре тикшерелә.

Фото №1 - Иглин районында автобусы аварияға тарыған
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ