Баш ҡаланың Ағиҙел йылғаһы яры буйында бер саҡрымлыҡ һырғалаҡ асылды

Майҙансыҡты тәүгеләрҙән булып Өфөнөң Марат Азаматов исемендәге 3-сө спорт мәктәбе уҡыусылары һынаны. Йәш хоккейсылар боҙ өҫтөндә күнекмәләр яһап, иптәштәрсә уйын да үткәрҙе.

Алдағы көндәрҙә спортсылар уҡыуҙарын да тап яңы һырғалаҡта ойошторорға ниәтләй. Әйткәндәй, боҙ майҙансығы баш ҡалала иң ҙурҙарынан һанала. Дөйөм майҙаны 12,5 квадрат метрҙы тәшкил итә. Ошо нигеҙҙә ул Рәсәйҙең иң оҙон һырғалағы исемлегенә лә дәғүә итә.

Боҙ майҙансығының Ағиҙел йылғаһына яҡын урынлашыуы хеҙмәткәрҙәргә боҙ ҡатламын яңыртып торорға мөмкинлек бирә. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн урында бар уңайлыҡтар ҙа тыуҙырылған. Йылы кейенеү бүлмәһе, конькиҙарҙы прокатҡа алыу, туҡланыу урыны ла ҡаралған.

Фото №1 - Баш ҡаланың Ағиҙел йылғаһы яры буйында бер саҡрымлыҡ һырғалаҡ асылды

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ