2022 йыл Башҡортостанда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары девизы аҫтында үтә. Был турала Радий Хәбиров бөгөн Республика Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Сарала иҡтисади күрһәткестәр, алдағы пландар хаҡында ла һүҙ барҙы. Төп темалар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Етештереү ҡеүәттәре, инвестициялар йәлеп итеү, уртаса хеҙмәт хаҡы күтәрелә, эшһеҙлек күрһәткесе кәмей. Коронавирус пандемияһы менән бәйле ауырылыҡтар кисергән иҡтисад яйлап тотороҡлана. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдереүенсә, сәнәғәттең етештереү ҡеүәте уҙған йыл менән сағыштырғанда, 106,2 процент, уртаса хеҙмәт хаҡы 40 меңдән ашыу. Торлаҡты сафҡа индереү буйынса рекордлы күрһәткес теркәлгән, ә төҙөлөштә ҡатнашып алданыусылар өс тапҡырға тиерлек кәмегән.
Оператив кәңәшмәлә уңышлы эшләгән ҡала-райондар ҙа билдәләп үтелде. Башҡортостан башлығы указына ярашлы, «Йыл ҡаҙанышы» гранттары билдәләнгән. Бөтәһе 5 номинация, уларҙа 15 муниципаль берәмек еңеүсе тип табылған.
Радий Хәбиров республикала вакцинациялауҙы 1 февралгә тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы. Әле прививка эшләтергә тейешле кешеләрҙең 87, 7 проценты вакцина ҡаҙатҡан. Медицина тармағында башҡа бурыстар ҙа тора.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе-миграция, хеҙмәт йәшендәге кешеләрҙең вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләүе. Был үҙ сиратында республика предприятиеларында эшсе ҡулдарға ҡытлыҡҡа, кадрҙар етешмәүгә килтереүе мөмкин. Киләсәктә был һорауға етди иғтибар йүнәлтеү күҙаллана.
Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә киләһе йылдың ниндәй девиз аҫтында үтәсәге лә иғлан ителде. Башҡортостан башлығы белдереүенсә, 2022 йыл һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары тип атала. Сөнки киләсәктә иҡтисадты, етештереү ҡеүәттәрен үҫтереү хаҡында фекер йөрөтәбеҙ икән, тәү сиратта, кадрҙар әҙерләүгә, хеҙмәт кешеһенә иғтибар бирелергә тейеш.
Рәмзиә Кәримова







