Башҡортостан Башлығы интервью ваҡытында коронавирус менән көрәш буйынса һорауға яуап бирҙе. Радий Хәбиров инфекцион госпиталдә үҙе шаһит булған хәл тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров коронавирус менән көрәштә вакциналауҙың мөһимлеген телгә алды. Ул үҙе дүртенсе тапҡыр прививка эшләткән.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, Яңы йылдан алдынан санитар-эпидемиологик хәлгә бәйле ниндәйҙер сикләү булмай. Әммә сирҙең яңы төрҙәренән һаҡланыу кәрәклеген белдерҙе.
Радий Хәбиров тура эфирҙа журналистар һорауҙарына яуап бирҙе. Әңгәмәне республиканың төп телеканалдары күрһәтте, "Юлдаш" һәм "Рәсәй" радиоларында тыңларға мөмкин ине.




