Вице-премьер – Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин онлайн брифингта шул турала белдерҙе. Яңы йылға тиклем прививка махсус акция иғлан ителгән. Дуҫы менән вакциналау пунктына килгәндәргә бүләк тапшырыла.
Яңы йыл каникулында дауахана һәм поликлиникалар иртәнге 8-ҙән 17 сәғәткә тиклем асыҡ була. Өфөлә травмпункт һәм теш дауалау кабинеттары ла халыҡты ҡабул итә. Байрамда ашығыс медицина ярҙамы көсәйтелгән тәртиптә эшләй. Табипты өйгә лә саҡырырға була.




