258 -се маршрут Дим биҫтәһе менән Инорсты тоташтыра. «Көмөш шишмә» туҡталҡаһынан Инорсҡаса ул Октябрь проспекты буйлап үтә. Линияла 35 автобус. Улар үҙебеҙҙең илдә сығарылған. Йылы, киң салон, видеокүҙәтеү эшләй, контактһыҙ түләү, телефон зарядлау өсөн шарттар бар, инвалидтар өсөн урын ҡаралған.
Рәмилә Исмәғилева







