Авария хәлендәге йортта үҙҙәре генә ҡалған

Күршеләре яңы фатирҙа өй туйлаһа, бәләкәй балаһы булған ғаилә һыуыҡ торлаҡта йәшәргә мәжбүр. Затон биҫтәһендәге Әхмәтов урамы, 283-сө йортто авария хәлендә тип билдәләйҙәр. Ләкин күсереү программаһынан тороп ҡалған ғаилә уңайлыҡтарҙан өҙөлгән йортта йәшәүен дауам итә.

Бәпес өшөп өлгөрмәһен өсөн тиҙ арала кейемен алмаштырыр кәрәк. Ике айлыҡ Арианнаны һәр саҡ йылы юрғанға урарға тура килә. Сөнки өйҙә һыуыҡ, ярым буш күп фатирлы баракта туңған торбаларҙан һыу ҙа килмәй. Тәҙрәләрҙән ел өрә, һыу булмағанлыҡтан АГВ эшләмәй.

Анастасия Нафиҡова был йортта әсәһе, ҡыҙы һәм ейәнсәре менән йәшәй. Йәйгеһен атаһы инсульттан вафат була. Фатир уға яҙылған. Шуға күрә күршеләрен яңы фатирҙарға күсерә башлағас, документтарҙы юллау буйынса ҡыйынлыҡтар башлана. Милеккә хоҡуҡты күсереүгә ярты йыл талап итә, тимәк, документтар февралдә генә әҙер буласаҡ.

Альтернатива булараҡ урындағы хакимиәт вәкилдәре Шаҡша биҫтәһендә фатир тәҡдим итә. Ләкин Затонда йәшәүселәр был вариант менән килешмәй. Беренсенән, яңы йорт поликлиника, балалар баҡсаһынан алыҫ урынлашҡан. Икенсенән, Анастасия эш урынын алмаштырырға риза түгел.

Авария хәлендәге йорт ҡабаттан һыу менән ҡасан тәьмин ителә башлаясаҡ? Һорау менән Ленин районы хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек.

Анастасия

Ҡаланың Һүтеү һәм күсереү хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, Анастасия Нафиҡованың ғаиләһенә Затон биҫтәһенән альтернатив торлаҡ тәҡдим ителгән. Гарантия ҡағыҙы, Ҡабул итеү һәм тапшырыу актына ярашлы, документтарға ҡул ҡуйғас та яңы фатирға күсергә мөмкин буласаҡ.

Фото №1 - Авария хәлендәге йортта үҙҙәре генә ҡалған

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ