Һөнәри байрамдары көнөндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарғанда һәләк булған иптәштәренең исемдәре яҙылған стелаға сәскә һалды.
Сарала һәләк булыусыларҙың ғаилә ағзалары ла ҡатнашты. Ошонда уҡ йәш хеҙмәткәрҙәр һайлаған һөнәрҙәренә тоғролоҡҡа ант бирҙе.
Гөлдәриә Йосопова







