«Теләктәр шыршыһы» акцияһы дауам итә

Хәйриә сараһы сиктәрендә Өфө районы Якшиван ауылында йәшәүсе 9 йәшлек Сәйет тә бүләк алып ҡыуанды. Тулыраҡ артабанғы яҙмала.

Бүләк һалынған йәшникте асыуҙы бәләкәй Сәйет түҙемһеҙләнеп көтә. Ҡыш бабайға хат яҙғандан һуң, уның тюбинг тураһындағы хыялы тормошҡа ашҡан. Бүләк Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы етәксеһе Илнур Мәхмүтов йөкләмәһе буйынса тапшырылды. Сәйеттең ғаиләһендә тағы ла 3 бала тәрбиәләнә, берәүһе опекаға алынған.

Беҙ бөгөн Зиннуровтар ғаиләһендә. 9 йәшлек Сәйет «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһында ҡатнашты. Ғаиләлә 4 бала тәрбиәләнгәнен белгәс, бөтә балаларға ла бүләк тапшырырға тигән, ҡарарға килдек.

Динара Мирзаәхмәтова, Өфө районы суд приставтары бүлеге етәксеһе урынбаҫары

“Теләктәр шыршыһы” хәйриә проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән 2019 йылда башланғайны. Илдең һәр кешеһе Елкажеланий.рф порталында теркәлеп, акцияла ҡатнашыусыларға – етем һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларға Яңы йыл бүләге яһай ала. Бөгөнгө яҙма геройы аутизм менән яфалана. Тюбинг эйәһе булғас, Сәйет башҡа балалар менән бергә тауҙа шыуа аласаҡ.

“Теләктәр шыршыһы”нан тыш, республикала инвалид, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн “Ижади теләктәр шыршыһы” акцияһы уҙғарыла. Уны “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм “Башҡортостан” дәүләт концерт залы ойоштора. Балаларҙан теләктәр 29 декабргә тиклем ҡабул ителә.

Фото №1 - «Теләктәр шыршыһы» акцияһы дауам итә

Рәзилә Ғиниәтуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ