Былар барыһы ла -бер урында. Яңы йыл алдынан “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсы еңеүсеһе Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылында мәҙәниәт һәм спорт-һауыҡтырыу үҙәге файҙаланыуға тапшырылды.
Бәләкәй ауылдың ҙур еңеүе. Түбәнге Яйыҡбайҙа балаларға – спорт яғынан үҫешеү, ә ауыл артистарына – рухи мираҫты һаҡлау өсөн махсус майҙансыҡ барлыҡҡа килде. Хәҙер инде урындағылар заман талаптарына яраҡлаштырылып төҙөлгән комплекста сәкән һуға, тауҙан өйә ала.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Республика Хөкүмәте гранты ярҙамы менән ауылда заманса мәҙәниәт һәм спорт үҙәге төҙөлдө. Сибай ҡалаһы төҙөлөш ойошмаһына урындағы ир - егеттәр ҙә әүҙем ярҙам итте.
80 кеше йәшәгән Түбәнге Яйыҡбай ауылы барыһы өсөн өлгө булып тора. Берҙәмлектәре һәм рух ныҡлығы менән улар республика конкурсында еңеп сығып, атайсалдарын төҙөкләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе.
Мәҙәниәт һәм спорт-һауыҡтырыу үҙәге, һис шикһеҙ, республика кимәлендәге сараларҙың ойошторолоу урынына әүерелер. Ә урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар яңы майҙансыҡҡа һаҡсыл ҡарашта булып, әүҙем һәм сәләмәт тормош алып барыр.
Әлфиә Хәмитова







