Башҡортостан йәштәр һәм ирекмәндәр йорто Пушкин урамындағы тарихи бинала урынлашҡан. "Йәшлек House" быйыл октябрҙә асылды. Республика Башлығы йортта реконструкция менән танышты, йәштәр гимнын яҙҙырыуҙа ҡатнашты. "Был йорт Башҡортостан йәштәре өсөн Яңы йыл бүләге. Һүҙебеҙҙе тоттоҡ, бинала ремонт эшләнек. Йәштәр йортонда тормош ҡайнарға тейеш, бындай осрашыу урындарын республиканың башҡа төбәктәрендә лә булдырабыҙ. Стәрлетамаҡ һәм Салауаттан башлайбыҙ", тине Радий Хәбиров.







