Радий Хәбиров: «Гөлназды ҡосаҡлап, афарин, тип әйткем килде»

Радий Хәбиров ҙур матбуғат конференцияһында Владимир Путинға һорау биргән хеҙмәттәшебеҙҙе билдәләне. «Мин Гөлназды ҡосаҡлап, «Афарин!» тип әйтер инем, тине Башҡортостан башлығы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 23 декабрҙә Рәсәй Президенты менән ҙур матбуғат конференцияһында Башҡортостан юлдаш каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина 2024 йылда баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын билдәләүҙе финанслау, шулай уҡ Өфөлә хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеү мөмкинлеге тураһында һорау биргәйне.

Тура эфирҙан һуң Гөлназ Хәйбуллана республика етәксеһен күрергә үҙе килде. Радий Хәбиров коллегабыҙҙы ҡосаҡлап, уның президентҡа һорау биргәнендә ихлас булыуын билдәләне.Осрашыу һуңында улар иҫтәлеккә фотоға төштө.

Фото №1 - Радий Хәбиров: «Гөлназды ҡосаҡлап, афарин, тип әйткем килде»
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ