Республика балалар клиник дауаханаһында үҙенсәлекле проект

«Уҡыйбыҙ. Беләбеҙ. Башҡортостан Республикаһы» мәктәбе онкология сирҙәренән интеккән балаларға Яңы йыл алдынан байрам кәйефе бүләк итте. Ҡыш бабай, Ҡарһылыу һәм сағыу төҫтәр сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Биш йәшлек Әминәнең ҡулында төҫлө ҡәләм- фломастерҙар. Дүрт ай элек сабыйҙа ҡан күҙәнәктәре сире асыҡланған. Өфөлә йәшәүсе Әлфинә Әхмәҙуллина һәм уның ҡыҙы ауыр сир менән 4 ай буйы көрәшә. Республика дистанцион белем биреү үҙәгендә шөғөлләнеү оҙайлы дауаланыу мәлдәрен еңелерәк үткәрергә булышлыҡ итә, ти Әминә Әхмәҙуллинаның әсәһе.

Гемотология һәм онкология бүлегенә килеп эләккән бәләкәстәрҙең күпселеге система аҫтында байрам ҡаршыларға мәжбүр. Дәүләт-Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров тәҡдиме менән был мәктәп-госпиталь 30 августа асылған. Стационар шарттарында оҙайлы дауалау курстары үтеүсе балалар Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән күмәк уйындарҙа ҡатнашты, шиғыр һөйләү оҫталығын, һүрәт төшөрөү маһирлығын күрһәтте. Балаларға бағыусылар һәм Башҡортостан Башлығы грантына алынған бүләктәр һәм тәмлекәстәр әҙерләгән.

Был бәләкәстәр башҡа тиҫтерҙәре менән бергә мәктәптәргә йөрөй алмай. Әммә был сикләүҙәр бөтәһе лә ваҡытлыса. Мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн Республика дистацион белем үҙәгенә йөрөүсе балалар бөтәһе лә Яңы йылдан мөғжизә көтә. Бәләкәстәрҙең һәм уларҙың ата-әсәләренең иң ҙур теләге – сабыйҙарын тиҙерәк һауыҡтырып аяҡҡа баҫыу, мәктәптәргә, балалар баҡсаларына йөрөтә башлау.

Фото №1 - Республика балалар клиник дауаханаһында үҙенсәлекле проект

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ