Ул – ағас карап моделе. Уны “Йәшлек” газетаһы хәбәрсеһе Айбулат Ишназаров эшләгән. “Быға тиклем самолет һәм автомобилдәрҙең бәләкәй вариантын яһай инем. Хәҙер суднолар эшләй башланым”, ти оҫта.
Ҡотопсолар музейында 100-ҙән ашыу артефакт менән танышырға була. Иң ҙур ҡомартҡы – 19-сы быуатҡа ҡараған адмиралтейство якоре. Уны күптәр Өфөнөң яңы арт-объекттары исемлегенә индереп тә өлгөрҙө. Рәсәй быйылдан алып 2023 йылға тиклем Арктика Советында рәйес була.







