450 йыллыҡ юбилейға Өфө юлдары капиталь төҙөкләндерелә

Был турала Радий Хәбиров ҙур интервьюһында билдәләп, халыҡты эш этаптары менән таныштырыу мотлаҡ тине. Финанс сығымдарҙың күп өлөшө «Көнсығыш сығыу юлы», «Көньяҡ ҡапҡалар» инфраструктура проекттарына йүнәлтелә.

Тиҙҙән Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер ике йыл ярымға ремонтҡа ябыла. Республика етәксеһе ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтарға бәйле автоһәүәҫкәрҙәрҙән алдан ғәфү үтенде. Әйткәндәй, яңы йыл алдынан коронавирусҡа бәйле яңы сикләүҙәр көтөлмәй. Әңгәмә барышында Радий Хәбиров мәкерле сиргә ҡаршы көрәшкә уҙған йыл ярым эсендә генә 28 миллиард һум аҡса йүнәлтелеүен дә билдәләне.

Фото №1 - 450 йыллыҡ юбилейға Өфө юлдары капиталь төҙөкләндерелә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ