Ул Өфөлә быйыл файҙаланыуға тапшырылған «Йәшлек хаус» үҙәгендә урынлашҡан. Бында шулай уҡ йәштәр өсөн конференциялар, осрашыуҙар уҙғарыу майҙандары, ирекмәндәр, эҙәрмәндәр, шаяндар һәм тапҡырҙар клубтары, ижади оҫтаханалар, түңәрәктәр урын алған. Улар заманса, зауыҡлы итеп биҙәлеүе, заманса итеп йыһазландырылыуы менән дә айырылып тора.
Бөгөн «Йәшлек хаус» та республика башлығы ла булды, Радий Хәбиров йәштәр менән аралашты, теләктәрен еткерҙе. Йылы шарттарҙа үткән осрашыуҙан БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Заманса ҡоролмалар менән йыһазландырыған студияла тауыш та сағыуыраҡ, көслөрәк яңғырай. Был – ижад менән шөғөлләнеүсе йәштәр өсөн оло бүләк. Сөнки йыр яҙҙырыуҙың ҡиммәткә төшкәнен барыһы ла белә. Ә бында тулы шарттар бар. Бөгөн йәштәргә республика башлығы ла үҙ теләктәрен еткерҙе.
Радий Хәбировҡа сәйәхәттәр тураһындағы телевизион проект та тәҡдим ителде. Был федераль каналда эфирға сыҡҡан программа, ул төрлө төбәктәрҙең хозур мөйөштәре менән таныштыра.
Радий Хәбиров ижади төркөмгә ҡышҡы Башҡортостан хаҡында ла материал әҙерләү бурысын ҡуйҙы һәм ғинуар айында осрашыуға саҡырҙы. Республикала кино фонды төҙөлә һәм башҡорт киноһын үҫтереүгә иғтибар арттырыла, тине Радий Фәрит улы. Икенсенән, төбәктә йәштәр хаҡында ла хәстәрлек күрелә. Быйыл махсус министрлыҡ булдырылған, ҡала үҙәгендә йәштәрҙең үҙ йорто барлыҡҡа килгән.
Бында төрлө яҡлап үҫешеү, ижад менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлыҡтар тыуҙырылған. Шулай уҡ үҙенсәлекле экспонаттар тупланған музейҙар ҙа бар. Мәҫәлән, музыка менән бәйле әйберҙәрҙе «Виачаппа» төркөмөнөң лидеры, музыкан Илья Тавлияров йыйған.
Ә ошо бүлмәне музыка музейы тип атарға мөмкин. Бында йыр-моңдарҙы яҙҙырыу тарихы менән танышырға була. Мәҫәлән, 80-се йылдаҙа киң ҡулланылышта булған пластинкалар, ә быныһы инде һуңғараҡ барлыҡҡа килгән кассеталар. Хәҙер инде беҙ яратҡан йырҙарыбыҙҙы усҡа һыймалы ғына флешкаларҙа ла һаҡлай алабыҙ.
Әле йәштәр яңы йыл байрамдарына әҙерләнә. Шуға күрә үҙәктә көн һайын репитициялар бара.
«Йәшлек хаус» быйыл ғына файҙаланыуға тапшырылды. Тәүҙә йәштәр ике ҡатты биләһә, хәҙер подвалда ла яңы ижади студиялар барлыҡҡа килгән. Тағы шуныһы иғтибарға лайыҡ, үҙәк заманса, зауыҡлы итеп биҙәлгән, йыһазландырылған.
Рәмзиә Кәримова







